Быйыл баҡса йорттарындағы янғында 13 кеше һәләк булған

Уҙған йылда өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала Республика Хөкүмәтендә белдерелде. Ут сығыуҙың төп сәбәбе - электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау.  Быйыл баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам өсөн республика ҡаҙнаһынан 250 миллион һум бүленә. Был аҡсаға шулай уҡ янғын һүндереү өсөн кәрәк-яраҡ  алына.