Яңы уҡыу йылына төҙөк лицей. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Республика инженер лицей- интернатына капиталь ремонт яһалды. Әле эштәр йомғаҡланыу алдында. Мәғариф учреждениеһындағы үҙгәрештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева таныштыра.
Ҡулса урамында башҡа биналарҙан сағыулығы менән айырылып торған лицей тағы ла матур төҫтәр менән балҡыясаҡ. Элекке палитра һаҡланып ҡалған. Ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша. Эшселәр фасад яңыртыуҙы йомғаҡлап килә.
Лицей - интернатты капиталь төҙөкләндереү төсөн федераль һәм республика ҡаҙаналарынан 200 миллион һум аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма ремонтты быйыл яҙ башланған. Мәктәп яны участкаһы ла төҙөкләндерелә, инженер селтәрҙәре яңыртыла.
Уҡыу бүлмәләрендә стена, иҙән һәм түбә яңыртылған. Әле йыһаздар ташыла, яңыларын йыяһы бар. Был эштә лицейҙың элекке сығарылыш уҡыусылары әүҙем ҡатанаша. Тәүгеләрҙән булып химия кабинеты һәм лабораторияһы тәртипкә килтерелә. Рамаҙан Ғәлиәкбәров ике йыл элек Өфө нефть- техник унивеситетына уҡырға ингән. Әммә үҙен оло тормош юлына сығарған белем усағынан айырылмай.
Яңы уҡыу йылына тулыһынса төҙөкләндерелгән лицей үҙ ишектәрен аса. Бында бөтәһе 528 уҡыусы белем аласаҡ. Учреждение яңыртыла, уҡытыу программаларында иһә ҙур үҙгәрештәр юҡ тип әйтергә мөмкин, бында элеккесә малайҙар менән ҡыҙҙар айырым кластарҙа белем ала.
Рәмилә Исмәғилева