Электрон программа ярҙамында 10 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнө тураһында халыҡҡа адреслы мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыла. Өфө буйынса был проектҡа 12 участка комиссияһы йәлеп ителгән, уларҙың икәүһе Дим биҫтәһенә ҡарай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышына депуттар һайлауға әҙерлек барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште.
Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе Альбина Йосопова Башҡортостанда уҙғарылған һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Сираттағыһы 10 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнө тураһында алдан мәғлүмәт еткереүҙәрен дә хуплап ҡабул итте. Участка һайлау комиссияһы ағзаһының ни өсөн һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ тигән һорауына ла хоҡуҡтарымды тормошҡа ашырам тип яуапланы.
Граждандарға адреслы мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыу буйынса яңы пилот проект Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Яңы программа тәьминәте менән баш ҡаланың Дим биҫтәһендә ике һайлау участкаһы ағзалары файҙалана, улар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолған. Электрон сервис һайлаусыларҙың исемлеген аныҡлау йәһәтенән мөһим. Шул уҡ ваҡытта фатирҙар буйлап йөрөгәндә тауыш биреү ысулдары, хоҡуҡтар менән дә таныштыралар.
Шайморатов бер мандатлы һайлау участкаһы 161-cе лицейҙа урынлашҡан. Унда баш ҡаланың Дим биҫтәһе һәм Өфө районының Жуков ауылы халҡы тауыш бирә ала.
Мобиль участка һайлау комиссияһы пилот проектына килгәндә, адреслы мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барылыуы граждандарҙа буласаҡ һайлауҙарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттыра, үҙенә күрә республика, илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙемерәк ҡатнашыуға саҡырыу. Фатирҙар буйлап йөрөү 1 cентябргә тиклем ике этапта үтә.
Гөлназ Хәйбуллина