Ҡағиҙә боҙоусы водителдәр юлдарҙа яңы ҡоролма ярҙамында асыҡлана башланы

Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Өфөлә яңы аппарат ярҙамында рейд үткәрҙе. Рейд барышында закон талабын үтәмәүсе такси автомобилдәре тикшерелде.

Яңы техникала ҡағиҙә боҙоусыларҙың автомобиле дәүләт номерҙары буйынса билдәләнә һәм полиция хеҙмәткәрҙәре улдарҙы туҡтата. Артабан протокол төҙөлә. Такси хеҙмәте күрһәтеүгә рөхсәт алған, әммә машинаһына уның хаҡта билдә йәбештермәүселәргә, һары фонарь йөрөтмәүселәргә, лицензияһыҙ эш итеүселәргә штраф түләргә тура киләсәк.

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәре патруль машинала аппарат аша транспорт ағымын күҙәтә, ҡағиҙә боҙоусы автомобиль тураһында рация аша инспекторҙарға хәбәр итә. Штрафтарын түләмәүселәрҙе асыҡлау буйынса һәм башҡа рейдтар аҙнаһына ике тапҡыр үткәреләсәк.

Антон Марешков, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге бүлеге етәксеһе