Өфөнөң Гагарин урамында йәшәүселәр көтмәгәндә зәңгәр яғыулыҡһыҙ тороп ҡалған

Айға яҡын газһыҙ. Өфөнөң Гагарин урамында йәшәүселәр көтмәгәндә зәңгәр яғыулыҡһыҙ тороп ҡалған. Идарасы компания быны халыҡтың газ торбаларын диагностикалауҙан баш тартыуы менән аңлата. Ә был йортта йәшәүселәр беҙ диагностика үткәреүгә ҡаршы түгел, газ тәьминәтен туҡтатыу хаҡында беҙҙе алдан иҫкәртеүсе булманы, тигән дәғүә белдерә. Яҡтар фекерен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Фаягөл Ғәйнуллина ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емештәрҙән консервалар әҙерләгәндә газ һүнә. Аҙна дауамында газһыҙ интегеп мультиваркала ашарға әҙерләй. Һуңынан электр плитәһе һатып алырға мәжбүр була.

Был йортта тағы ла 144 фатир хужаһы электр плитәһе ярҙамында көн итә. Улар араһында йәш әсәләр, тыл һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарыла бар. Халыҡ бер төптән беҙҙең күп фатирлы йортта газ торбалары диагностикаһы мөҙҙәте үтмәгән, беҙ быға тиклем биш йөҙ һум түләп газсервис ойошмалары тарфынан тикшереү үткәрҙек, тигән дәғүә белдерә.

Күп фатирлы йорттоң ике подьезында ла газ торбалары ҡырҡылып, пломба ҡуйылған. Идарасы компания һәр фатирҙан газ торбаларына диагностика үткәреүгә 800 һум түләү талабын ҡуйған. Күпселек үрше йорттарҙа диагностика 400 һум тирәһе тәшкил итә, бындай юғары хаҡтар түләргә әҙер түгелбеҙ ти. Идарасы кампанияның был низағҡа үҙ аңлатмаһы.

Өфөнөң Гагарин урамы 13 адресы буйынса дөйөм ҡулланыштағы газ приборҙары торошо хаҡында ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияла ла хәбәрҙарҙар.

Идарасы компания һәм фатир хужалары араһындағы низағ арҡаһында йәше туҡһандан артҡан өлкән быуын вәкилдәре, йәш балалы ғаиләләр, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ауырлыҡтар менән көн итә. Халыҡ электр приборҙарын күпләп ҡулланыу, электр селтәрҙәренә лә зыян итмәһен ине тип хафалана.

Өфөнөң Гагарин урамы 13 адресы буйынса йортҡа һуҙылған газ торбаһы пломбалы килеш ҡала. Беҙҙең телеканал газ тәьминәте мәсьәләһе сиселешен даими күҙәтеп барасаҡ.

Гүзәл Борханова