Башҡортостанда тимер юлы янғын һүндереүселәре араһында ярыштар башланды

Чемпионатта илдең төрлө округынан 7 команда ҡатнаша. Кемдәр улар - тимер юл янғын һүндереүселәре? Уларҙың таһыллығы нисек баһалана? Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Сигнал яңғырау менән, ҡотҡарыусылар финишҡа атыла. Уҙыш араһы ҙур түгел, әммә ҡатмарлы. 8 килограмлыҡ баҫҡыс ярҙамында 4-се ҡатҡа күтәрелергә кәрәк. Илнур Заһретдинов был бәйгелә беренсегә ҡатнашмай, шуға бейеклеккә һә тигәнсе менә. 40-ты уҙһа ла, йәштәрҙән ҡалышмай.

Ярышҡа был юлы тимер юлында янғын һүндереүселәр йыйылған. Уларҙың хеҙмәте айырыла. Башлыса ҡотҡарыусылар тимер юлы янындағы урман янғындарын, икенсе поездарҙа сыҡҡан утты һүндерә. Ҡеүәте буйынса янғын һүндереү поезы 4 часҡа тиң. Ябай һыу һиптергестәр 20 метрҙан ашмаһа, поездағыһы километрға яҡын арауыҡҡа һуҙыла. Цистернаһы 4 сәғәттән ашыу туҡтауһыҙ һыу ҡойоуға иҫәпләнгән.

Штурм баҫҡысы ярҙамында юғары ҡаттарға менер өсөн көс һәм таһыллыҡ талап ителә. Артыҡ ҡабаланып осоп төшөү осраҡтары ла бар.. Улар хәүефһеҙлеге өсөн селтәр ҡуйылған.

Көйәрмәндәр дәртләндереүенән һуң, аяҡтар ҙа шәберәк йүгерә кеүек. Ярыштың икенсе өлөшөндә йөҙ метрлыҡ дистанцияны ваҡытҡа үтеү бурысы тора. Ҡотҡарыусы ҡаршылыҡтарҙы артта ҡалдырып, янғын һүндереү рукавын дөрөҫ тоташтырырға тейеш.

Әммә ауыр хеҙмәткә улар өйрәнгән. Ҡотҡарыусылар сафында осраҡлы кешеләр юҡ. Еңеүселәр пьедесталында кеүек үк. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округы командаһы беренсе урынға сыҡты. Бәйге иртәгә лә дауам итәсәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина