Төбәктә Салауат Юлаев исемендәге батальонды ойоштороу буйынса штабтың өс филиалы эшләй башланы

Улар Стәрлетамаҡта, Туймазыла һәм Салауат районының Малаяҙ ауылында асылды. Батальонға 120-нән ашыу кеше яҙылған. Уны ойоштороу 10 сентябргә тиклем дауам итә.

Яугирҙәр махсус операция үткәреү зонаһына юлланыр алдынан хәрби уҡыуҙар үтә. Подразделение Росгвардия структураһында. Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға 55 йәшкә тиклемге яугирҙарҙы һәм 60 йәшкә тиклемге офицерҙарҙы ҡабул итәләр. Контрактты хеҙмәт итмәгән, әммә хәрби билеты булған кешеләр ҙә төҙөй ала. Батальонға инеү өсөн Өфөләге штабҡа йәки республика буйынса филиалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Контракт төҙөргә теләүселәр өсөн телефон һандары 8 987 023 76 00.

Бәйләнеш өсөн телефон +7 (987) 023-76-00