Ишембай районына эш сәфәре барышында республика башлығы мобилизацияланған хәрбиҙең ғаиләһе менән осрашты. Радий Хәбиров 6-сы майҙа Донбаста яугирҙар менән осрашҡанда, уның яҡындарына барырға вәғәҙә биргәйне. Республика башлығы ғаиләгә улдарынан, иренән һәм аталарынан сәләм тапшырҙы. Мобилизацияланған һалдаттың ҡатыны төбәк етәксеһенә яугирҙарға ғына түгел, уларҙың ғаиләләренә лә шәхси иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе.