Юл транспорт ваҡиғаһы Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында теркәлгән. 20 тонна яғыулыҡ тейәгән йөк машинаһы Әшит-Мәсәғүт юлы буйлап Екатеринбург яғынан килгән. Водитель идараны юғалтып ауыр автомобиль юл ситенә сығып китә һәм ағастарға бәрелеп ҡолай. Цистерналағы яғыулыҡ түгелмәгән. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар ваҡиға урынын махсус шыйыҡсалар менән эшкәрткән. Йөк машинаһын сығарыу өсөн махсус техника ла ебәрелгән. Водитель үҙе ауыр булмаған төрлө тән йәрәхәттәре алған