Шаран районында муниципаль кимәлдәге юлдар төҙөкләндерелә

Иҫке асфальт ҡатламын яңыртыу, ҡырсынташ түшәүгә аҡса бүленгән. Шулай уҡ Шаран, Тархан, Шаранбаш-Кенәз, Салмалы ауылдарында урамдар тәртипкә килтерелә. Подрядсы компания барлыҡ эштәрҙе билдәләнгән график буйынса алып бара. Район хакимиәте етәкселеге ремонт барышын контролдә тота.

Тархан ауылында бер юлы ике урам юлдары төҙөкләндерелә. Дөйөм алғанда, 1 километр 300 метр участка ҡырсынташ менән тигеҙләнә. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, эштәр сифатлы башҡарыла.