Башҡортостан ауыл эшсәндәре етен культураһын һуғыуға төштө

Әлеге ваҡытта ул мең ярымдан ашыу гектар майҙанда башҡарылған. Уңыш кимәле гектарынан 11 центнер тәшкил итә. Быйыл план буйынса етен һуғыу 50 мең ярымдан ашыу гектарҙа башҡарыласаҡ. Майлы культураны экспортҡа оҙатыу ҙа уңышлы хәл ителә. Йыл башынан мәҫәлән, республика етене Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Европаның ҡайһы бер илдәренә 28 мең ярым тонна оҙатылған. Ул былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.