Баймаҡ районында ла иген урып -йыйыу эштәре әүҙем бара. киләһе яҙма Ленин исемендәге ауыл хужалығынан.
30 йыл эш тәжрибәһе булған Айрат Туйсин хужалыҡтың алдынғы механизаторы. Ул бала саҡтан техника менән дуҫ. Һуңғы ике йылда урыу кампанияһы осоронда хужалыҡ Айрат Азамат улына Нива комбайынын ышанып тапшыра. Куйылған планды үтәү буйынса беренселекте бирмәгән ауыл эшсеһе быйыл һабантуйҙа “Сәсеү батыры” исеменә лайыҡ булды.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы районда тәүгеләрҙән булып уңыш йыйыуға төштө. Улар “Уҫаҡ түше” баҫыуында һоло һуға. Быйыл барлығы 1200 гектар майҙанға бойҙай,арпа, һоло сәселә. Бер һәм күп йыллыҡ үләндәр 1900 гектарҙы тәшкил итә. Әле хужалыҡта 8 мең центнерға яҡын бесән, 19 мең центнер сенаж әҙерләнгән.
Урылған уңыш ырҙын табағына оҙатыла. Һауа шарттары яҡшы торһа, август аҙағына урып -йыйыу эштәренең тамамланыуы күҙаллана. Эшселәрҙе ашханаҡсылар көнөнә ике тапҡыр ҡайнар аш, йылы сәй менән һыйлай.
Альбина Байегетова