Иҫке Балтаста йүгереү буйынса марафон уҙҙы

Район үҙәгендә сәләмәт тормош яратыусылар йыйылды. Еңел атлетика буйынса ярыш Башҡортостандың спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл һәм районға 93 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. 100 спрортсы бер саҡырымға йүгерҙе, төп марафон ун саҡырым тәшкил итте.

Асҡындан 62 йәшлек Винер Саҙретдинов уны 35 минут эсендә үтеп финишҡа беренсе килде. Былтыр Бөрөлә уҙған марафонда призлы урын алған, артабан Ҡалтасы, Нефтекама һәм Өфөләге ярыштарға әҙерләнә. Йүгеректәр шулай уҡ 5 һәм 2 ярым саҡырымда уҙышты. Балалар иһә 100 метрлыҡ арауыҡта көс һынашты.