Был көндө яҡындарың менән ыҙғышыу, бурысҡа аҡса биреү тыйыла. Киреһенсә, дарыу үләндәрен йыйыу, мохтаждарға ярҙам итеү, ауыр эштәрҙе ҡалдырып тороу зарур. Изге байрам Васильевка ауылы сиркәүендә үтте. Диндарҙар литургия үткәрҙе һәм һыуҙы изгеләштереү йолаһын үтәне. Әйткәндәй, сиркәүҙе ерле халыҡ төҙөгән. Берәүҙәр матди, икенселәр ҡул көсө менән ярҙам күрһәткән. Ауылда йәшәүсе Андреевтар ғаиләһе айырыуса ҙур өлөш индергән. Әүҙем халыҡ биләмәне йәшәлләндергән, сәскәләр ултыртҡан. Бөгөн сиркәүгә күрше райондарҙан да киләләләр.