Республика Хөкүмәтендә Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге яңы башланғыстар тураһында барҙы. «Турбаслы бройлерҙары» акционерҙар йәмғиәте етәкселеге «Өфө» һәм «Юбилейный» ҡошсолоҡ фабрикаларын реконструкциялау буйынса проект менән сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июндә Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Халыҡ-ара иҡтисад форумында «Черкизов» төркөмө етәксеһе Республика башлығына киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Инвестор производствоны модернизациялауға 3 миллиард һум индересәген белдерҙе. Ул яңы инкубатор төҙөлөшөнә, әҙер продукция һаҡланасаҡ склад, таҙартыу ҡоролмалары һәм заманса микроклимат системаһын урынлаштырыуға тотоноласаҡ. Уның һөҙөмтәһендә ҡош итен етештереү кимәлен 28 мең тоннанан, киләһе йылдан 97 мең тоннаға еткереү бурысы ҡуйыла. Ултырыш сиктәрендә, инвестор инженер инфраструктураһы төҙөлөшөнә һәм технологик ҡоролмаларға киткән сығымдарҙы бер өлөшөн ҡаплаясағын белдерҙе.