Изге йома көнөндә яҡшы яңылыҡ. Бөгөн март айындағы көслө ел ваҡытында Әр- рахим мәсетенең ҡолап төшкән манара көмбәҙе урынына яңыһы ҡуйылды. Ваҡиға урынынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Күтәрер алдынан тағы ла бер ҡат тикшереү, шымартыу. Изге йома иртәһендә Әр-рәхим мәсетенең яңы көмбәҙе ҡояш нурҙарында балҡый.
Уны мәсеттең башҡа көмбәҙҙәре кеүек үк Волгодонск ҡалаһынан подрядсы ойошма эшләгән. Элеккеһен терегеҙеү мөмкин түгел, был уның күсермәһе. Ойошма быға тиклем Мәскәү, Грозный ҡалаларындағы һәм башҡа мәсеттәргә көмбәҙ эшләгән. Был өлкәлә тәжрибәһе ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ни өсөн емерелеп төшөүенә аныҡ ҡына яуап юҡ.
Манара көмбәҙе быйыл март айындағы көслө ел ваҡытында ҡолап төштө. Хата ҡабатланмаясаҡ, тип белдерә төҙөүселәр. Элеккеһе 3 тонна ярымдан ашыу тартһа, яңы көмбәҙ нығытылған конструкциялары менән 4200 тонна тәшкил итә. Уны 75 метрлыҡ кран күтәрҙе. Эште хәүеф- хәтәрһеҙ башҡарыу өсөн яҡшы техника һайланған.
Изге йорттоң төҙөлөшөнә килгәндә, Әр- рәхим мәсетендәге эштәрҙе июнь айынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙ күҙәтеүе аҫтына алды. Төҙөлөштө тергеҙеү буйынса штаб булдырылды. Әлеге ваҡытта проект-смета документацияһы ҡарала, өҫтәмә экспертиза үткәреләсәк. Төҙөүселәргә төрлө ҡаршылыҡтарҙы хәл итергә тура килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң Салауат Юлаев проспекты һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге мәсеткә нигеҙ 2007 йылдың көҙөндә һалынды.
Төҙөлөшкә физик һәм юридик шәхестәр тарафынан бүленгән хәйриә аҡсаһы тотонолған. Объектты һалыу 2009 йылда уға бүленгән аҡсаларҙың юғалыуы сәбәпле туҡтатылған.
Контракттың тулы хаҡы билдәле булғас, төҙөлөштө финанслау мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Рәмилә Исмәғилева