Билдәле тарихсы, ғалим-археолог Нияз Мәжитовтың 90 йыллыҡ юбилейына бағышланған сараларҙы ойоштороу комитетының составы үҙгәрҙе. Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Комитет составына беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин, һәм «Республика археология йәмғиәте» етәксеһе Илшат Бахшиев индерелде.
Ойоштороу комитетынан хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Олег Полстовалов һәм Евгений Русланов сығарылды. Бөгөн Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тула.