Автомобилдәр һәм йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән транспорт сараһы Князев ауылы янында халыҡ уңайлығы өсөн ойошторолған. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, тарифтар ҡаланың йылға паром кисеүҙәре тарифтарына ярашлы билдәләнгән. Паромдың тәүге пассажирҙары менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
Йөк газеле водителе баш ҡалаға барып етеү өсөн паром кисеүе менән файҙаланырға булды. Июлдә Шаҡша күпере өлөшләтә ябылыу сәбәпле, юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килгән. Паром юлға киткән ваҡытты ҡыҫҡарта, ти автомобиль водителе.
Князев паром кисеүенең ярты быуатлыҡ тарихы бар. 1962 йылдан алып күпер төҙөлгәнгә тиклем ул машиналар һәм йәйәүлеләрҙе бер ярҙан икенсеһенә ташыусы төп транспорт сараһы булып тора. 80-се йылдарҙа паромға ихтяыж кәмеү сәбәпле, ул ябыла. Бөгөн паром эше тағы тергеҙелде.
Александрит теплоходы менән тәжрибәле капитан идара итә. Бер ярҙан икенсеһенә йылға аша сығыу өсөн ни бары 7 минут талап ителә, автомобилдәрҙе тейәү тағы ла 15 минутты ала.
Паром иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй, юлдарҙа тығындарҙа ултырырға теләмәүселәр паром тәҡдим иткән мөмкинлектәр менән файҙалана ала. Бер ярҙан икенсеһенә сығыу өсөн автоһәүәҫкәрҙәргә автомобилдең ауырлығына ҡарап 160 һумдан 300 һумға тиклем түләргә тура киләсәк. Паром һыйҙырышлығы яҡынса 10 автомобиль.
Теплоход көн һайын эшләй, Өфө ҡалаһының йылға кисеүе хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре күҙаллауынса, пассажирҙар ағымы айырыуса ял көнө күберәк буласаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова