Республика йәмәғәтселеге мәшһүр йырсы Абдулла Солтановты һуңғы юлға оҙатты

Хушлашыу сараһы бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы йәшәгән Учалы районының Ҡобағош ауылында үтте. Башҡорт йыр сәнғәтенең бейеклеген, бөйөклөгөн билдәләгән шәхес. Махсус музыка белеме булмаһа ла, тәбиғи һәләте менән моңдо тоя, уны еткерә белеүсеһе лә булды.

Башҡорт халыҡ йырҙарын күңеле менән тойоп йәшәгән һәләтле замандашыбыҙ тауышын меңдәр араһынан танырға мөмкин. Халҡыбыҙ Абдулла Солтановты тәрән моң эйәһе, үҙенсәлекле тауышлы йырсы булараҡ яҡшы белә. Төрлө йылдарҙа юғары кимәлдәге мәҙәни-ижтимағи сараларҙа ҡатнашып, тамашасыһының сикһеҙ һөйөүен, ихтирамын яулаған шәхес. Абдулла Афзал улы төрлө йылдарҙа Мәскәү, Һамар, Ульяновск сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында ла сығыш яһаған.

Ул башҡарған халыҡ йырҙарының тәьҫир көсө ҙур. Музыка белгестәре лә Абдулла Солтановты заманында «феномен» тип баһалай. Бының сере, йырсының халыҡсан булыуында һәм тәбиғи һәләтенә бәйле. Ҡасандыр ул Париж сәхнәһендә дер һелкетә, бөтә Европа уға аяғүрә ҡул саба.

Күҙҙәре күрмәһә лә, уның күңел күҙе асыҡ, киң, һиҙгер ине. Һуңғы көндәренә тиклем ул тыуған яғында көн итте...

Күренекле башҡарыу оҫталығы һәм йыр ижадын пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн 1992 йылда йырсы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Унан һуң, Башҡортостанды халыҡ артисы һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә. Үҙе китһә лә, уның бай ижады ҡалды. Абдулла Солтанов башҡарған башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары радио-телевидение, Өфө һәм Мәскәү институттарындағы фондарҙа һаҡлана.