Йәш ғалимдарға дәртләндереү сараһы. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифләрендә яҙып үткәйне. Былтыр мәҫәлән, 70 ғалим торлаҡ мәсьәләһен хәл итһә, 262-е Рәсәй һәм сит ил юғары уҡыу йорттарында ғилми-ғәмәли стажировка үтергә мөмкинлеге бирелде. Исемлек быйыл да тулылана. Программаға үҙгәрештәр ҙә индерелде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Айтуған Ҡоланшин йәйге осорҙа ла уҡыу-уҡытыу кабинетынан сыҡмай тиерлек. Фән донъяһына сумған. Башҡорт тел ғилеменә яңылыҡ булып инерҙәй ғилми хеҙмәт өҫтөндә эшләй. Тап йәш ғалимдың булдыҡлылығы университеттан тыш, республика кимәлендә лә юғары баһалана. Айтуған Йомабай улына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат тапшырыла.
Былтыр программала ҡатнашҡан 70 ғалим торлаҡ мәсьәләһен хәл итһә, 262-һенә Рәсәй һәм сит ил юғары уҡыу йорттарында ғилми-ғәмәли стажировка үтергә мөмкинлеге бирелде. Исемлек быйыл да тулылана. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙәре аша йәш белгестәргә яңы конкурс иғлан ителеүен хәбәр итте.
Дәүләт ярҙамына дәғүә итеүселәр өсөн аҡса университет һәм фәнни ойошмалар иҫәбенән бүленә. Быйыл конкурсҡа индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Рәсәй университеттарында тәжрибә туплау өсөн 250 мең һум, ә сит илдәрҙә 500 мең һум грант биреү ҡаралған.
Белгестәр билдәләүенсә, гранттар республика фәне үҫешенә йәш ғалимдарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.Был төбәк өсөн бик тә мөһим. Башҡортостан донъя кимәлендә фәнни ҡаҙаныштарға өлгәшерҙәй ғилми эҙләнеү һәм тикшеренеүҙәр бихисап.
Азат Ғәлиуллин