Шаҡша-Карпов юлы ремонтланасаҡ

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был урында ауыр йөк машиналары күп йөрөү арҡаһында  асфальт ҡатламы  таушалған. Шуға 1 сентябргә тиклем соҡорҙарҙы тигеҙләү бурысы ҡуйылған. Өфөнән Көнсығыш юл төҙөлөшө тамамланғас Шаҡша һәм Карпов  араһындағы  трасса  капиталь төҙөкләндерелә.