Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү буйынса ойоштороу комитеты составына үҙгәреш индерелде

Премьер-министр Михаил Мишустин ҡарары менән Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов  комитеттан сығарылды. Азат Бадранов үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Өфөнөң юбилейын ойоштороу комитеты 2021 йылда булдырылды. Уны Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Алексей Оверчук етәкләй. Комитет рәйесе урынбаҫары - Республика Башлығы Радий Хәбиров. Өфөнөң 450 йыллығы киләһе  йылда билдәләнә.