Ишембай районында ташландыҡ завод туристик биләмә итеп үҙгәртелә

Проект - "Верхотор -  дәүерҙәр театры" тип  атала. Уны ғәмәлгә ашырыу  өсөн 65 миллион һумдан ашыу  федераль грант бүленгән. Хәҙер боронғо баҡыр иретеү заводы биләмәһе төҙөкләндерелә. Бында туристар өсөн уңайлыҡтар булдырыла.