Башҡортостанда солоҡ күстәрен 5 меңгә еткереү планлаштырыла

2030 йылға тиклем яңы программа әҙерләнгән. Республика Башлығы Радий  Хәбиров социаль селтәрҙә  яҙыуынса, әле Башҡортостанда 1 мең 600 солоҡ  бар.  - Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә  субсидия  бирә  башлайбыҙ.  Башҡорт тоҡомло бал ҡорто, техника, кәрәк-яраҡ алыу өсөн сығымдар ҡаплана.  Ғаризалар  Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә. Тәүге  субсидиялар бирелде. Боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүселәр араһында йәштәр ҙә бар. Ярҙам итәсәкбеҙ, - тип яҙа  Радий  Хәбиров.