Радий Хәбиров ҡунаҡсыллыҡ байрамында ҡатнашты

Бөгөн Стәрлетамаҡта ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтте. Байрам Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ойошторолдо. 20-се быуат башына тиклем тап ошондай сауҙагәрҙәр йәрминкәләре уҙғарылған. Бөгөн фестивалдә Республика Башлығы Радий Хәбиров булды. Ул йәрминкәләрҙе ҡараны, кәсепселәр һәм оҫталарҙың эше менән танышты. - Ныҡ сағыу фестиваль. Республикала иң яҡшыларҙың береһе һәм бик файҙалы. Беренсенән - фестиваль, икенсенән - байрам, өсөнсөнән - халыҡ кәсептәрен танытыу, дүртенсенән - мәҙәниәт, Тыуған илгә һөйөү. Был ныҡ яҡшы фестиваль, -тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.