Өфөләге «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында беренсе тапҡыр «Алма байрамы» үтте

Уны ял итеүселәр өсөн «Башҡортостан рустары соборы» ойошторҙо.

Көҙ етеү һәм уңыш йыйыу айҡанлы билдәләнгән «Алма байрамын» Башҡортостан рустары соборы уҙғара. Былтыр улар сараны Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары балалары өсөн ойошторғайны. Быйыл «Аҡсарлаҡ» лагерында ял итеүселәр өсөн үтте. Улар байрамдың барлыҡҡа килеүе, тарихы һәм алмаға бәйле бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышты.

Сарала бер нисә майҙансыҡ эшләне. Концерт программаһы күрһәтелде, уйындар һәм ярыштар үтте. Ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Шулай уҡ байрам уңайынан лагерҙа ял итеүселәрҙе алма бәлеше менән һыйланылар.

Павел Васильев, «Башҡортостан рустары соборы» йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры