Радий Хәбиров Күмертау халҡын ҡаланың 70 йыллығы менән ҡотланы

Күмертау күгенә уның төп символдарының береһе - вертолеттар күтәрелде. Тап ошо осоу аппараттарын етештереү арҡаһында ҡала әле донъя кимәлендә танылыу алған. Әммә ул үҙенең барлыҡҡа килеүе менән һуғыштан һуңғы йылдарҙа илгә бик кәрәк булған һоро күмер ятҡылығына бурыслы. Республиканың иң көньяҡ ҡалаһы үҙенең тыуған көнөн билдәләне.

70 йыллыҡ юбилейына ҡала халҡын байрам менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы ла килде. Радий Хәбиров Күмертау хакимиәте башлығы менән бергә тәүҙә Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Бынан һуң төбәк башлығы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына инде. Музейға күптән түгел ремонт яһалған.

Артабан Радий Хәбиров ЗАГС бүлегендә булды. Загс бинаһы быйыл капиталь төҙөкләндергәндән һуң үҙ ишектәрен аса.

Ҡаланың төп майҙанында төбәк етәксеһе урындағы етештереүселәр күргәҙмәһе менән танышты. Майҙанда ҡалала эшләп килгән предприятиелар ҡаҙаныштарын тәҡдим итте.

Артабан байрам сәхнәһендә республика башлығы ҡала халҡына дәүләт наградалары тапшырҙы, алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙарын ҡотланы.