Стәрлемаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡалала 15-се февралдә эш башлаған үҙәктә яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына медицина, юридик, психологик ярҙам күрһәтелә. Радий Хәбиров махсус операцияла һәләк булған ватан һаҡсыларының ғаиләләренә Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Яугирҙарҙың ата-әсәләренә республика кардиология үҙәгендә реабилитация һәм башҡа ярҙам саралары еткерелде.