Башҡортостанда билдәле хирург һәм хәрби табип Әхмәт Дәүләтов тураһында фильм төшөрөлә

Был турала "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы хәбәр итә. Фильм геройҙың тормош юлына нигеҙләнеп төшөрөлә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Әхмәт Дәүләтов 3 мең ярымдан ашыу һалдаттың ғүмерен ҡотҡара. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк ул ҡулдарҙы һәм яраларҙы эшкәртеү өсөн шыйыҡса уйлап таба. Әле "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы составында Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы булдырылған.