Республика йылытыу миҙгеленә 80 процентҡа әҙер

Быйыл төбәккә яңы федераль программа буйынса коммуналь-торлаҡ хужалыҡ объекттарын яңыртыу һәм реконструкциялауға аҡса йәлеп ителгән. Әйтәйек, Борай районында йылылыҡ трассаһы яңыртыла. Төҙөлгән контракт буйынса, ярты быуат элек һалынған тимер торбалар урынына полиэтилен торбалар һалына. Дөйөм финанслау күләме - 5 миллион ярым һумдан ашыу. Эштәрҙе ике ай эсендә тамамлау ҡаралған.

Борай ауылында яңы социаль объекттар төҙөлөшө планлаштырылған. Һыу менән тәьминәт мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында яңы ҡорамалдар һатып алынған. Скважиналарҙан килгән һыуҙы таҙартыуға фильтрҙар һаны арттырыла.