Архангел районы үҙәгендә халыҡ кәсептәре йәрминкәһе үтте.

Оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәрен, фермерҙар хужалыҡтарында етештерелгән аҙыҡ-түлекте сауҙаға сығарҙы. Фестиваль быйыл икенсегә үтә. Былтыр унда 53 кәсепсе ҡатнашһа, быйыл ике тапҡырға күберәк. Убалар ауылынан «Гөлнәзирә» фольклор төркөмө, йәрминкәгә кәлсер-табын ырыуы башҡорттары ҡатын ҡыҙҙарының милли кейем өлгөләрен алып килгән.

Йәрминкәнән алынған табышты Архангел оҫталары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир яҡташтарына ярҙам өсөн тотонорға ҡарар иткән.