Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров күренекле дәүләт эшмәкәренең төбәк үҫешенә индергән өлөшөн билдәләп үтте. Рафаэль Ибраһим улы 1998 йылда «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһынан Хөкүмәткә премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары булараҡ килә, бер йылдан һуң премьер-министр тип тәғәйенләнә. Республика мәнфәғәтендә 2008 йылға тиклем эшләй