Быйыл уҙа 74 йәш тулған булыр ине. Рифғәт Саттаров Фәйзи Ғәсҡәровтың уҡыусыһы. Ул республикала хореография мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйө күләмендә бейеү коллективтары өсөн 100 ашыу сәхнә әҫәре ҡуйҙы. Инсталяция төрлө милли кейемдәрҙәге ике бейеүсене кәүҙәләндерә. Рифғәт Миҙхәт улының тыуған көнө уңайынан районда үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының конкурсы ойошторолдо. Уға танылған бейеү оҫталары ла йәлеп ителде.