Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу 54 процентҡа теүәлләнгән

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу 54 процентҡа теүәлләнгән, ике миллион тоннаға яҡын уңыш келәттәргә оҙатылған. Уртаса гектар ҡеүәте 20 центнер. Был миҙгелдә ярауайға ҡарағанда, ужым бойҙайының уңдырышлығы 8-10 центнерға юғары. Ауыл эшсәндәре иртә майлы культуралар йыйыуҙы ла тамамлау алдында. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, ураҡ эштәрен тамамлау өсөн республика хужалыҡтарына тағы ла 80 мең тонна дизель яғыулығы һатып алырға кәрәк.

Беренсенән, быйыл климат яғынан ҡаршылыҡтар - ҡоролоҡ булды. Икенсенән, ресурстарға хаҡ арта, тәү сиратта, яғыулыҡҡа. Ауыл эшсәндәре өсөн өҫтәмә сығымдар яҡынса өс миллиард һумға баһалана. Шуға ҡарамаҫтан беҙ эштәрҙе туҡтата алмайбыҙ, ужым культуралары сәселә. Уның майҙанын 600 мең гектарға тиклем арттырабыҙ.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер -министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры