1 сентябрҙә республиканың 77 мәктәбе уҡыусылары төҙөкләндерелгән шарттарҙа уҡыу йылын башлаясаҡ. Төҙөүселәр төп ремонт эштәрен тамамлаған, әле етештеҙһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы тора.
Өр-яңы парталар - Рида Кислицина хыялдарының бер өлөшө генә. Ханым 30 йылдан ашыу балаларға рус теленән белем бирә. Ошо уҡ мәктәптә остаздың әсәһе эшләгән - уның уҡытыу тәжрибәһе 45 йылға яҡын. Уҡытыусылар династияһы өсөн төҙөкләндерелгән мәктәп - уртаҡ хыял. Белем усағында нигеҙ һалынғандан бирле, йәғни 50 йылдан ашыу, капиталь ремонт эшләнмәгән.
Ремонт алдынан мәктәп тулыһынса тиерлек һүтелгән. Апрелдән бирле төҙөүселәр иҙәнде, ишектәрҙе яңыртҡан, түшәмде буяған. Каникулға тиклем балалар уҡыуҙарын туҡтатмай, күрше ауыл мәктәптәренә йөрөгән.
Мөмкинлектәр иһә ысынлап та иҫ китерлек. Һәр кабинетта уҡыусылар өсөн интерактив таҡталар, компьтерҙар ҡуйыла. Ашхана ла заманса техника менән йыһазландырыла.
Яңы Надеждин ауылы мәктәбендә ремонт тамамланыу алдында. Баймаҡ ҡалаһы 1-се мәктәбендә лә эштәр аҙағына яҡынлаша. Бындағы кабинеттар ҙа заманса төҫ алған. Иҙәндәр һалына, лампочкалар алмаштырыла, сантехника тоташтырыла, интернет үткәрелә. Мәктәптең эсе генә түгел, ихатаһа ла яңыра.
Ике белем усағы ла 1 сентябргә сафҡа инергә тейеш. Йәмғеһе федераль программа сктәрендә Башҡортостанда 77 мәктәп төҙөкләндерелә. Төҙөүселәр эшен тамамлаһа, уҡыусыларға сағыу кабинеттарға тик 5-ле генә уҡырға ҡала.
Рәзилә Ғиниәтуллина