Башҡортостандың мәғариф министрлығы Бөрйән районы хакимиәте менән берлектә халҡыбыҙҙың шиғри һәм проза ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе балаларҙың 25-се юбилейлы ижад байрамын үткәрҙе. Сирек быуат эсендә төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсында 5 меңгә яҡын уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар ҡатнашҡан. Быйыл Гран-при республика инженер лицей-интернатына юлланды.
Халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосы ошо юлдар менән башлана. Бынан 25 йыл элек тап хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә эпосты яттан һөйләүселәр бәйгеһенә нигеҙ һалына.
«Урал батыр» эпосын 1910 йылда күренекле фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов Баймаҡ районында йәшәгән Ғәбит сәсән Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтарҙан яҙып ала. Ә 90-сы йылдар уртаһында Урал һәм Шүлгән эҙҙәре һаҡланған Бөрйән районында эпосты яттан һөйләүселәр бәйгеһе үтә башлай.
Һәр бәйгенең тулҡынландырғыс мәлдәре сәхнә артында күҙәтелә. Эпосты ятлаусылар һүҙ маһирлығында ғына түгел, ә төрлө музыка ҡоралдарында уйнау һәләтен дә күрһәтергә тейеш. Күптәр думбыраны, ҡумыҙҙы бәйгегә әҙерләнеү юлында тәүге тапҡыр ҡулына алған.
Юбилейлы бәйге төбәк- ара кимәлгә сыҡты. Быйыл тәүге тапҡыр конкурсҡа Ырымбур һәм Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә килде.
Кеше булһын затығыҙ, якшылыҡ булһын атығыҙ
Г. Ишбулатова