«Юлдаш»тар йәнә тамашасыһы менән бергә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Юрий Гагарин исемендәге ял паркында радио хеҙмәткәрҙәре башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығындағы «Беҙ бергә» фестивален үткәрҙе. Мәҙәни-ял үҙәгенең төп сәхнәһенән танһыҡ көй-моңдар, мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Әҙ ҙә, күп тә түгел, әммә танһыҡ йырҙар йәнә Стәрлетамаҡ сәхнәһенән ағылды. «Юлдаш»тар ойошторған «Беҙ бергә» музыка фестивале быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Ул ҡаланың Юрий Гагарин исемендәге күңел асыу паркының үҙенә күрә визит картаһына әйләнгән, тиһәң дә хата булмаҫ. Был көндө йыл да стәрлеләр генә түгел, яҡын тирәләге ҡала-райондарҙа йәшәүселәр ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләнде. Ике тиҫтәнән ашыу башҡарыусы репертуарындағы һуңғы яңылыҡтары менән бергә, радио тулҡындарында тынмай яңғыраған хиттарын тәҡдим итте.
Музыка фестивалде тап ошо маҡсатта ойошторола ла инде.
Беҙ бергә! «Юлдаш» радиоһы үткәргән йыр фестивале быйыл да тап ошо девиз аҫтында үтте. Моң байрамы халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығыта, эфирҙан тыш бындай осрашыуҙар байрам кәйефе өлөшә, тыңлаусылар менән араларҙы яҡынайта. Шуға ла фестиваль һуңынан да халыҡ таралышырға ашыҡманы. Яратҡан йырсылары, алып барыусылары менән иҫтәлеккә фотоға ла төштө.
Азат Ғәлиуллин