Өфөнөң Ленин районында йыл аҙағына тиклем 14 йәмәғәт проекты файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Өфөнөң Ленин районында йыл аҙағына тиклем 21 миллион һумға 14 йәмәғәт проекты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса, баш ҡаланың 330-сы балалар баҡсаһында бөгөн яңы спорт майҙансығы эш башланы. Объект төҙөлөшө бер аҙна эсендә тамамланған. Ул дәүләт һәм ата-әсәләрҙең финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Ай аҙағында, шулай уҡ 35-се мәктәп биләмәһендәге спорт майҙансығы яңыртыласаҡ. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән объект иҫкереүгә бәйле, яңыһын төҙөргә ҡарар ителә.

Урындағы башлағыстарҙы хуплау программаһы, шулай уҡ Әҙһәм Исҡужин исемендәге балалар музыка мәктәбендә лә тормошҡа ашырылыр тип көтөлә. План буйынса мәғариф объекты биләмәһен яңыртыу күҙаллана. Уның сиктәрендә, күп йыллыҡ үләндәр сәсеү, ағасьтар ултырыу кеүек эштәр ҡаралған.