Илебеҙҙең өс төҫлө әләме 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Дәүләт флагы 17-се быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр сәмерғош сигелгән был байраҡ «Орел» хәрби карабында күтәрелә. Аҙаҡ Петр Беренсе указына ярашлы флагтың өлгөһө, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибе раҫлана.
Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында тергеҙелә. Ул Рәсәй Федерацияһының гербы һәм гимны кеүек үк дәүләт суверенитеты символикаһы булып тора. Ошо уңайҙан ҡала һәм ауылдарҙа саралар ойошторола. Өфөлә “Берҙәмлек байрағы” тигән автоуҙыш үтте. Маршрут Еңеү Паркында башланып һәм “Патриот” хәрби паркына тиклем дауам итте. Акцияла йәмәғәт ойошмалары һәм хәрби-патриотик клуб вәкилдәре ҡатнашты.