Милли интеллигенция вәкилдәре, уҡыусылары башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусы, тарих фәндәре докторы, академик, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовты хөрмәтләп иҫкә алды.
Мосолман зыяратында ерләнгән шәхес ҡәберенә сәскәләр һалды. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы хаҡында уҡыусылары йылы хәтирәләре менән бүлеште.Оҫта лектор, төплө фәнни эштәр авторының, тарихи асыштары хәҙерге заманда ла фәнгә һәм халыҡҡа хеҙмәт итә.
Яҡташтары академик белемгә эйә булыусы фән эшмәкәренең оло йөрәкле, халыҡсан булмышы хаҡында бәйән итте. Донъя тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ғалим-археолог рухына Ҡөрьән аяттары ла бағышланды. Нияз Абдулхаҡ улының исемен мәңгеләштереү, Башҡортстан һәм Рәсәй үҫешенә индергән ролен баһалау дәүләт кимәлендә үтәләсәк. Быйыл Нияз Мәжитовтың 90 йыллығы айҡанлы ул белем алған Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика мәктәп -интерантында исемле кабинет асыу, ғилми хеҙмәттәрен баҫтырыу, «Мәжитов уҡыуҙары» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһын ойоштороу күҙаллана.