2030 йылға Башҡортостанда солоҡ балын етештереү күләмен биш тапҡырға арттырып, йылына 30 тоннаға тиклем еткереү планлаштырылған. Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде.
Солоҡсолоҡто һаҡлау, башҡорт бал ҡорто популяцияһын арттырыу һәм туристик маршруттар булдырыу маҡсатында быйыл республикала түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ошо маҡсатты төбәк ҡаҙнаһынан 20 миллион һум йүнәлтелгән. Дәүләт ярҙамы бал ҡорто күсе, техника һатып алыу, балға лаборатор тикшеренеү уҙғарыу буйынса сығымдарҙың илле процентҡа тиклем суммаһын ҡайтарыу мөмкинлеген бирә. Әлегә төбәктә туғыҙ умартасы был мөмкинлек менән файҙаланған.
25 августан 27-нә тиклем Санкт-Петербургта Башҡортостан республикаһы көндәре үтә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, күләмле сара сиктәрендә төбәктең иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәре күрһәтеләсәк. Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе Эшҡыуарҙары ҡатнашлығында бизнес-һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостан артистары бай йөкмәткеле мәҙәни программа әҙерләнгән