«Евразия» фәнни-мәғариф үҙәге тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре Новосибирскийҙа уҙған «Технопром» күргәҙмәһендә тәҡдим ителде. Халыҡ-ара форум күргәҙмә Рәсәйҙәге иң ҙур технология сараһы, алдынғы фәнни тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып танылған.
Башҡортостан стендында «Евразия» фәнни-мәғариф үҙәге партнерҙары һәм университеттарҙың тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре урын алды. Экспозицияла «Киләсәк моторҙары»ның инженер мәктәбендә эшләнгән һынау өлгөләре, биомедицина продукттары, яңы быуын импланттары, пробиотиктарҙың заманса штамдары, хайуандарҙан күскән ауырыуҙарҙы диагностикалау буйынса яңы тест системалар, нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендәге инновациялар, республика етештереүселәренең пилотһыҙ осоу аппараттарын күрергә мөмкин.
«Технопром» майҙансығында «Евразия» фәнни-мәғариф үҙәгенең яңы пратнерҙары ла барлыҡҡа килде. Улар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Мәҫәлән Башҡорт Дәүләт медицина университеты Новосибирск юғары уҡыу йортары менән бәйләнештәр булдырҙы. Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы Новосибирскийҙағы ошондай уҡ ведомство хеҙмәттәшлекте килешеү менән нығытты. Технопромда Башҡортостан фәне майҙансығы, ғалимдар, сәнәғәтселәр, төрлө кимәлдәге власть органдарының осрашыу урынына әйләнде.