Рәсәй Дәүләт флагы көнө уңайынан Башҡортостанда саралар ойошторолдо

Рәсәйҙә бөгөн Дәүләт флагы көнө билдәләнә.Илебеҙҙең өс төҫлө әләме 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Дәүләт флагы 17-се быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр сәмерғош сигелгән был байраҡ «Орел» хәрби карабында күтәрелә. Аҙаҡ Петр Беренсе указына ярашлы флагтың өлгөһө, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибе раҫлана. Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында тергеҙелә. Ул Рәсәй Федерацияһының гербы һәм гимны кеүек үк дәүләт суверенитеты символикаһы булып тора. Ошо уңайҙан ҡала һәм ауылдарҙа саралар ойошторола.

Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө уңайынан ил халҡына мөрәжәғәт итте. Дәүләт флагы беҙҙең берҙәмлек сағылышы. Ул аратабан да беҙҙе алға барырға , еңеүгә һәм Рәсәй данын күтәрергә илһамландырыр тип ышаныс белдергән дәүләт башлығы.

Дәүләт флагы көнөндә Өфөнөң «Ватан» этнопаркында флешмоб ойошторолдо. Төрлө ойошмалар, йәмәғәт вәкилдәре, студенттар ил әләмен юғары күтәреп Рәсәй гимнын башҡарҙы. Дәүләт символикаһын флешмобта ҡатнашыусылар ғәҙәти ҙурлыҡтағы,24 метрға алты метрлы ҙур флаг һәм өс төҫтәге карталар менән күрһәтте.

Өфөлә “Берҙәмлек байрағы” тип аталған автоуҙыш үтте. Акцияла йәмәғәт ойошмалары һәм хәрби-патриотик клуб вәкилдәре ҡатнашты. Сара йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиләләү, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Рәсәй дәүләт флагының аҡ төҫө тыныслыҡты, таҙалыҡты, сафлыҡты аңлатһа, зәңгәр - иман һәм тоғролоҡ төҫө, ҡыҙыл - Ватан өсөн ҡойолған ҡанды, көстө сағылдыра. Автоуҙыш маршруты икенсе йыл рәттән Еңеү Паркынан башланды, автоколлона ҡала аша үтеп, “Патриот” хәрби паркына тиклем барып етте. Унда Шаймортавсылар класы өсөн профиль сменаһы ойошторлған.

Рәсәй флагы көнө Иглин районында ла тантаналы билдәләнде. Район үҙәге майҙанында флешмоб үтте. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Рәсәй паспорттары тапшырылды. 14 йәше тулған граждандар төп документты район башлығы ,прокурор һәм район буйынса эске эштәр министрлығы етәксеһе ҡулынан алды.

Коллектив көнбайыштың тиңһеҙ баҫымы һәм донъя кимәлендә неоколлониаль сәйәсәткә ҡаршы торған Рәсәй әләмен юғары күтәрә. Дәүләтселебеҙҙең тәп символы илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы алға әйҙәй.

Рәмилә Исмәғилева, Рафиҡ Әхмәтшин, Лилиә Мәҡсүтова