Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә

18 йәштән 60 йәшкә тиклемге, айырым осраҡта 65 йәштәге ир-егеттәр хәрби сафтарға юллана ала. Республикала айына меңдән ашыу ир-егет контракт килешеүе төҙөп хәрби хеҙмәткә юллана. Ватан һаҡсылары урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп, медицина тикшереүе үтергә тейеш. Контрактҡа ҡул ҡуйған хәрбиҙәргә кредит каникулы бирелә. Уларҙың эш урындары һаҡланып ҡала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙарҙың ғаиләләре лә льготалар менән ҡуллана. Ай һайын аҡсалата түләүҙәр гарантиялана.