Башҡортостанда 191 кеше «Атайлыҡ даны» наградаһына дәғүә итә

Быйыл номинанттар араһында күп балалы атайҙар, ирекмәндәр, спортсылар, музыканттар, ҡотҡарыусылар. экологтар, донорҙар бар. Конкурсты ойоштороу комитетында ғаризалар ҡабул итеү һөҙөмтәләре барланды. Еңеүселәр 4 октябрҙә Өфөлә бүләкләнә. Уларға «Атайлыҡ даны» билдәһе һәм диплом тапшырыла. Йәмәғәт палатаһы «Атайлыҡ даны» наградаһын 2020 йылда булдырҙы. Ирҙәрҙең балалар тәрбиәләүҙәге һәм йәмғиәт үҫешендәге ролен баһалау маҡсат итеп ҡуйыла.