Акцияла йәмәғәт ойошмалары һәм хәрби-патриотик клуб вәкилдәре ҡатнашты. Сара йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиләләү, йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Рәсәй дәүләт флагының аҡ төҫө тыныслыҡты, таҙалыҡты, сафлыҡты аңлатһа, зәңгәр - иман һәм тоғролоҡ төҫө, ҡыҙыл - Ватан өсөн ҡойолған ҡанды, көстө символлаштыра. Автоуҙыш маршруты икенсе йыл рәттән Еңеү Паркынан башланды, автоколлона ҡала аша үтеп, «Патриот» хәрби паркына тиклем барып етте. Унда Шаймортавсылар класы өсөн профиль сменаһы ойошторлған.