Шишмә районы Алкин ауылында башланғыс мәктәп ябылды

Унда санитар нормалар үтәлмәгән. Был турала муниципалитет етәксеһе Ришат Мансуров хәбәр итә. Мәктәп кластары  балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлашҡан булған.  Был  санитар-эпидемиологик  талаптарға ҡаршы килә. Быйыл уҡытыу өсөн рөхсәт алып булмаған. Балалар Алкин-2 һәм Йоматау ауылы мәктәптәрендә белем аласаҡ. Улар мәктәп автобусы менән алып барыла.