Республикала күп балалы ғаиләләр йәшәгән райондар аталды

2020 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 472 мең балалы ғаилә йәшәй. Уларҙың 59 меңе ишле һанала. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында - беренсе, илдә - етенсе урында килә. Иң күп балалы райондар исемлегендә беренсе баҫҡыста Бөрйән тора. Унда һәр өсөнсө ғаиләлә өс йәки унан күберәк бала тәрбиәләнә. Икенсе урында Баймаҡ, өсөнсөлә Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары. Быйыл иң күп сабыйҙар Бөрйән, Әбйәлил һәм Архангел райондарында тыуған, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.