Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған. Мобилизацияға алынып, хәрби бурыстарын намыҫ менән башҡарған яҡташтарыбыҙ тураһында киләһе яҙма.
Тигеҙ сафҡа теҙелгән хәрбиҙәр Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын оло тулҡынланыу менән тыңланы. Иңдәрендә яуаплы бурыс - Ватанды һаҡлау. Тыуған яҡ, ғаилә, туғандар менән йәнә айырылышырға ваҡыт. Отпуск тиҙ тамамланған. Саҡмағоштан «Артист» ҡушаматлы яугир ун бер ай эсендә беренсегә ялда булған.
Ир-егеттәрҙең күбеһе мобилизацияның тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткә алынған. Төрлө район-ҡалаларҙан, хатта башҡа төбәктәрҙән булыуға ҡарамаҫтан, алғы һыҙыҡта улар туғандар кеүек. Дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә тап берҙәмлек ярҙам итә, ти яугирҙар
Сумкаларҙы автобусҡа тейәгәндән һуң ир-егеттәр яҡындары, туғандары янынан китергә ашыҡманы. Хушлашыу ауыр булһа ала, борсолорға кәрәкмәй. Хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә республика, ил кимәлендә хәстәрлек күрһәтелә.
Ил президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр ярты йыл һайын 14 көн отпуск биреү бурысы ҡуйҙы. Һәр хәрбиҙең ғаиләһе янында булыу мөмкинлеге бар. Тыуған яҡтан көс туплап, йәнә хәрби позицияға баҫырға.
Гөлназ Хәйбуллина