«Атайсал» проекты сиктәрендә Шәйехзада Бабичтың илһамланып ижад иткән шишмә сығанағы төҙөкләндерелә

Башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың илһамланып ижад иткән шишмә сығанағы төҙөкләндерелә. Бының өсөн Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәүселәр 250 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. «Атайсал» проекты сиктәрендә башҡарылған изге эштәр бөгөн тамамланыу алдында. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәүселәргә Хәсән шишмәһе айырыуса ҡәҙерле. Ауылға нигеҙ һалынғандан алып уның һыуы хужалыҡтан бигерәк, сир-сырхауҙан дауаланыу өсөн дә махсус тотонолған. Ерлектең ҡатмарлы булыуына бәйле, шишмәгә барыу йылдан-йыл ауырға тура килә. Шунлыҡтан йәшәү сығанағын ауылдаштар төҙөкләндерергә ҡарар итә.

Әйткәндәй, ауыл тарихы туранан-тура Шәйехзада Бабич нәҫеленә бәйле. Тарихи сығанаҡтарҙа башҡорт шағирының ата-бабалары Ҡыйғаҙытамаҡҡа нигеҙ һалған тип телгә алына. Бабичевтар бөгөн дә ауылда көн итә. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре ярҙамында әҙипкә арналған музей булдырыла. Экспозицияла шағирҙың шәхси әйберҙәре менән бергә, ҡулъяҙма һәм дә китаптары урын алған. Ҡыйғаҙытамаҡ халҡы әйтеүенсә, Шәйехзада Бабич заманында йыш ҡына шишмә янында шиғырҙарын ижад итер булған.

Ҡыйғаҙытамаҡтың иҫтәлекле урындары тик музей менән генә сикләнмәй. Күрше ауыл эргәһендә мәҫәлән, урындағы халыҡ көсө ярҙамында тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә трактор урынлаштырыла. Ауыл хужалығы башында торған техника үҙ заманының ғорурлығы булған.

Бөгөн һәйкәлдең эргә-тирәһен тәртипкә килтереү бурысы тора. Тирәктәр ултырылған, киләһе йыл түтәлдәр сәскәләргә күмеләсәк. Яҡын арала Хәсән шишмәһе биләмәһе төҙөкләндерелгәс тә, сентябрь урталарында тантаналы шарттарҙа асыу күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин